Минең телем. Шиғырҙар шәлкеме

This document was uploaded by one of our users. The uploader already confirmed that they had the permission to publish it. If you are author/publisher or own the copyright of this documents, please report to us by using this DMCA report form.

Simply click on the Download Book button.

Yes, Book downloads on Ebookily are 100% Free.

Sometimes the book is free on Amazon As well, so go ahead and hit "Search on Amazon"

Баҫылды: Йәшлек гәзите, 27 сентябрь, 2013 йыл. – 20 бит.
Йәшерен-батырын түгел: уртаҡул шағирҙар күбәйеп китте һуңғы арала. Был турала Рәшит Шәкүр:
Талантлылар, талантһыҙҙар бәйгеһендә
Уртаҡулдар уҙып китә һәммәһен дә - тип яҙҙы
Рух илсеһе булырҙай шағирҙар һирәгәйҙе. Тик сәләмәт рухлы шиғриәт кенә тарихи һәм милли хәтерҙе һаҡлай, хаҡлыҡты, матурлыҡты яҡлай, бер маҡсатҡа туплай. Рухым күтәрелде минең дә, эйәрләнем мин дә атымды, – тип шиғри һүҙе менән Салауат батыр изге яуға әйҙәгән. Шиғырың менән рухландырып, һалдың беҙҙе аҡ юлға, тип яҙған Шәйехзада Бабич.
Был мөҡәддәс юлды, был бурысты, был маҡсатты дауам итеүселәр бармы беҙҙә? Илем, телем, көнөм тип янған Рәми Ғариповтай фиҙакәр шағирҙар бармы арабыҙҙа?
Ошондай фиҙакәр шағирҙар рәтенә мин Айһылыу Ғарифуллинаны индерер инем. Шағирә, минеңсә, беҙҙең өсөн тормоштоң һәләкәтле һыҙаттары асыҡланһын, барған үҙгәрештәргә күҙебеҙ асылһын, тип ижад итә.
Донъя Айһылыуҙай зирәк, сая, оҫта ижади көстәр менән алға бара.
Тәҡдим ителгән шиғырҙар шиғриәт һөйөүселәргә, илем, телем тип яныусыларға тәғәйенләнә.

Author(s): Ғарифуллина Айһылыу.

Language: Bashkir
Commentary: 1248352
Tags: Библиотека;Литература народов РФ;Башкирская литература